‏ Psalms 83

1Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Ниндәй ғәзиз Һинең торлаҡтарың!
3Күңелем ихаталарыңа инер мәлде ашҡынып көтә,
Йәнем-тәнем, бар булмышым һөйөнөстән
Тере Алла хозурында йырлай.
4Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам,
Ҡорбан усаҡтарыңдың янында
Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан,
Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған.
5Ниндәй бәхетле йортоңда йәшәгәндәр;
Улар мәңге Һине маҡтар! Села

6Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған,
Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше!
7Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта
Унда инештәр асырҙар,
Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр.
8Был кешеләр атлаған һайын нығыраҡ ҡеүәт алыр,
Сионға, Алла хозурына сығырҙар.

9Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла,
Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села
10Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ,
Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!

11Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм
Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ;
Алла йортоноң тупһаһында торғаным
Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.
12Сөнки Раббы Алла – ҡояш һәм ҡалҡан Ул;
Миһырбанлыҡ күрһәтеүсе, дан-шөһрәт биреүсе;
Тоғро юлдағыларҙан бар ниғмәттәрен йәлләмәүсе.
13Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Ниндәй бәхетле Һиңә өмөт бағлаусы!
Copyright information for BakIBT2023