‏ Psalms 86

1Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе.
Ул Йәрүсәлимде мөҡәддәс тау өҫтөнә ҡорған!
2Раббы Сион ҡапҡаларын
Яҡуп нәҫеленең бар төйәктәренән нығыраҡ һөйә.
3Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта
Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села

4Мине танығандар араһына
Раһав
Раһав – бында Мысырҙың ҡушаматы.
менән Бабилды ла индерермен,
Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында:
«Ул да бында тыуған», – тиерҙәр.

5Ә Сион тураһында былай әйтелер:
«Шул да унда тыуған, был да,
Юғарыларҙан Юғары Үҙе
Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».
6Раббы халыҡтар исемлегендә:
«Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Села

7Йыраусылар менән бейеүселәр:
«Тормош сығанағым – һиндә», – тип әйтер.
Copyright information for BakIBT2023