‏ Psalms 88

1Әзрах нәҫеленән булған Эҫандың уйланыуҙары.
2Раббының мөхәббәтен мәңге йырлармын,
Тоғролоғоңдо һәр бер быуынға
Телемдән төшөрмәй һөйләрмен.
3Әйттем: «Мөхәббәтең мәңге тотороҡло,
Тоғролоғоң күктәр һымаҡ ҡаҡшамаҫлыҡ».
4Әйттең: «Һайлаған кешем менән килешеү төҙөнөм;
Ҡолом Дауытҡа былай тип ант иттем:
5„Тоҡомоң һинең мәңгегә дауам итер,
Тәхетең быуындан-быуынға күсер“». Села

6Йә Раббы, мөғжизәләреңде күк данлаһын,
Тоғролоғоң изгеләр йыйынында маҡталһын.
7Сөнки кем күктә Һиңә тиңләшә алыр?
Илаһи заттарҙың ҡайһыһы Раббыға оҡшаш?
8Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле,
Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
9Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы,
Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле?
Тоғролоҡ Һине уратып алған.
10Һин Хакимһың ҡоторонған диңгеҙгә,
Шашынған тулҡындарҙы тынысландыраһың.
11Һин Раһавты
Раһав – мифологияла хаос һәм яуыз көстәрҙе белдергән диңгеҙ аждаһаһы.
иҙгеләп юҡ иттең,
Ҡеүәтле ҡулың менән дошмандарҙы тараттың.
12Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке;
Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың.
13Һин бар ҡылдың төньяҡ менән көньяҡты,
Тавор менән Хермон тауҙары
Һинең исемеңә рәхмәт уҡый.
14Беләгең ниндәй ҡеүәтле,
Ҡулың көслө, уң ҡулың юғары күтәрелгән!
15Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе,
Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.
16Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ!
Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы.
17Көндәр буйы исемеңде телгә алып һөйөнәләр,
Хаҡлығыңа таянып күтәреләләр.
18Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин,
Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта.
19Беҙҙең ҡалҡаныбыҙ – Раббыныҡы,
Беҙҙең батшабыҙ – Исраилдың Изгеһенеке.

20Элек бер күренмеш аша
Тоғро ҡолдарыңа былай тинең:
«Бер яугиргә ярҙам иттем,
Уны халыҡтан һайлап алып күтәрҙем.
21Дауытты – ҡоломдо – таптым,
Мөҡәддәс май менән мәсехләнем.
22Ҡулым уға таяныс булыр,
Беләгем уға ҡеүәт бирер.
23Дошман уны буйһондора,
Залим түбәнһетә алмаҫ.
24Дошмандарын алдында ҡырып һалырмын,
Уға нәфрәт тотҡандарҙы туҙҙырырмын.
25Тоғролоғом, мөхәббәтем уның менән булыр,
Минең исемем менән мөгөҙөн өҫкә сөйөр.
26Уның ҡулын диңгеҙгәсә,
Уң ҡулын йылғаларға тиклем һуҙырмын.
27„Атам – Һин, – тип өндәшәсәк Миңә, –
Аллам, мине ҡотҡарыусы ҡаям“.
28Мин уны баш балам итәм,
Ерҙәге бар батшаларҙан өҫтөн ҡуям.
29Тоғро мөхәббәтем мәңгелек булыр,
Уның менән төҙөгән килешеүем боҙолмаҫ.
30Уның тоҡомо мәңге дауам итер,
Күктәр бар сағында тәхете лә торор.

31Балалары ҡанунымды ташлай ҡалһа,
Күрһәтмәләремә күрә йәшәмәһә,
32Ҡағиҙәләремде боҙор булһа,
Бойороҡтарымды бойомға ашырмаһа,
33Енәйәттәрен күҫәкләп,
Ғәйептәрен таяҡлап язалармын.
34Тик уларҙы мөхәббәтемдән айырмам,
Тоғролоғомдан баш тартмам.
35Килешеүемде һис боҙмам,
Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙемде үҙгәртмәм.
36Мөҡәддәслегем менән бер ҡат ант иттем,
Дауытҡа ялған һүҙ бирмәм.
37Уның тоҡомо мәңге дауам итер,
Тәхете хозурымда ҡояштай торор.
38Күктәге ышаныслы шаһит булған ай һымаҡ,
Ул мәңге шулай ныҡ торор». Села

39Тик Һин ваз кистең, һыртыңды ҡуйҙың,
Мәсихеңә бик ныҡ асыуландың.
40Ҡолоң менән килешеүеңдән баш тарттың,
Тажын саңға ырғытып бысраттың.
41Бөтә диуарҙарын йыҡтың,
Бар ҡәлғәләрен ҡыйраттың.
42Юлдан үткән һәр кем уны талай,
Күршеләре рәхәтләнеп мәсхәрәләй.
43Уның дошмандарын көсләндерҙең,
Нәфрәт тотҡандарҙы ҡыуандырҙың.
44Ҡылысының осон үҙенә табан борҙоң,
Һуғышта уға терәк булманың.
45Уның балҡышын юҡҡа сығарҙың,
Тәхетен ергә аунаттың.
46Йәшлек көндәрен ҡыҫҡарттың,
Уны мәсхәрә менән ҡапланың. Села

47Йә Раббы, был ҡасанғаса дауам итер?
Үҙеңде беҙҙән мәңгегә йәшерерһеңме?
Ҡасанғаса ярһыуың ут һымаҡ ялҡынланыр?
48Ғүмеремдең нисек тиҙ үткәнен иҫлә,
Әҙәм балаларын бит Һин фани ҡылдың!
49Бармы йәшәп тә үлем күрмәгән,
Йәнен үлеләр донъяһынан ҡотҡарып ҡалған? Села

50Эй бөйөк Хаким, ҡайҙа Һинең әүәлге мөхәббәтең?
Тоғролоғоң менән Һин быны Дауытҡа вәғәҙә иткәйнең!
51Эй бөйөк Хаким, онотма ҡолдарыңдың
Нисек мәсхәрә ителеүҙәрен.
Халыҡтарҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен
Күңелемдә һаман йөрөтәмен.
52Дошмандарыңдың мәсхәрә итеп көлгәнен иҫеңә төшөр, Раббы,
Мәсихеңдең һәр баҫҡан эҙен хурлап торғанын.

53Мәңгегә мөбәрәк булһын Раббы!
Амин! Амин!
Copyright information for BakIBT2023