Psalms 98
1Раббы – батша!Ҡалтырап торһон халыҡтар!
Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә,
Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!
2Сионда Раббы бөйөк,
Ул бөтә халыҡтарҙан да өҫтөн.
3Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде.
Ул мөҡәддәс!
4Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша,
Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың.
Яҡуп илендә ғәҙеллеккә,
Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың.
5Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны,
Аяғына йығылып сәждә ҡылығыҙ!
Ул мөҡәддәс!
6Ҡаһиндары араһында – Муса менән Һарун,
Шемуил да Уны саҡырғандар менән бергә.
Улар Раббыға ялбарҙы,
Ә Раббы яуап ҡайтарҙы.
7Ул болот бағанаһы эсенән һөйләште.
Уның күрһәтмәләре менән йәшәнеләр,
Биргән ҡағиҙәһен һаҡланылар.
8Раббы, Аллабыҙ, уларға яуап ҡайтара инең;
Ғәмәлдәренә күрә яза бирһәң дә,
Ярлыҡаусы Алла булдың.
9Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны!
Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында,
Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!
Copyright information for
BakIBT2023