Psalms 99
1Шөкөр мәҙхиәһе.Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!
2Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ,
Хозурына шатлыҡ йырҙары менән килегеҙ!
3Белегеҙ, Раббы Ул – Алла.
Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы,
Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ.
4Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый,
Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай.
Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә.
5Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек,
Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.
Copyright information for
BakIBT2023