Psalms 10
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.Мин Раббыла таптым һыйыныс.
Нисек инде һеҙ миңә:
«Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит!
2Ана күр, яуыздар йәйә киргән,
Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн
Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған.
3Нигеҙҙәр емерелгәндә
Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.
4Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында,
Раббының тәхете – күктә.
Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора;
Ҡараштары уларҙы һынап баға.
5Раббы иманлы кешене һынай,
Яуызды, золом яратыусыны йәне һөймәй.
6Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр;
Көйҙөргөс ялҡынлы ел –
Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр.
7Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр.
Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер.
Copyright information for
BakIBT2023