‏ Psalms 100

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын,
Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын.
2Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында.
Ҡасан килерһең минең яныма?
Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә,
3Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын,
Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон,
Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.
4Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел,
Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел.
5Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды,
Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.

6Күҙем булыр илдәге тоғроларҙа,
Тик шундайҙар минең янда йәшәйәсәк.
Бары дөрөҫ юлдан йөрөгәндәр
Миңә хеҙмәт күрһәтәсәк.

7Өйөмдә мәкерлегә урын булмаҫ,
Ялған ауыҙ күҙ алдымда оҙаҡ тормаҫ.
8Иртә һайын илдәге яуыздарҙы юҡ итермен,
Яман эш ҡылыусыларҙы
Раббы ҡалаһынан йолҡоп ырғытырмын.
Copyright information for BakIBT2023