Psalms 101
1Хәсрәткә батҡан бәндәнең доғаһы. Хәлдән тайғас, Раббыға зарын түккәндә.2Йә Раббым, доғамды ишет,
Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
3Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән,
Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.
4Көндәрем төтөн һымаҡ юғала бара,
Елегемде өтә һыҙланыуым утлы ҡуҙҙай.
5Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ,
Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ.
6Көн-төн әрнеп иңрәүемдән
Ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалдым,
7Гүйә сүлдәге ябалаҡ,
Харабалағы өкөгә әйләнгәнмен.
8Күҙҙәремдән йоҡо ҡасты, ултырамын
Ҡыйыҡҡа ҡунған яңғыҙ ҡош һымаҡ.
9Көн оҙоно дошмандарым хурлай;
Мыҫҡыллаусылар исемемде ләғнәт уҡығанда ҡуллана.
10– 11Асыу менән ярһыуыңдан
Һин мине күтәреп бәрҙең, Раббы.
Шуға күрә лә ашаған икмәгем – көл,
Ә эскәнем күҙ йәштәрем ҡатыш.
12Көндәрем киске күләгәләй ҡыҫҡарҙы;
Үлән шикелле ҡыуарҙым.
13Ә Һин, Раббы, мәңге тәхетеңдә ултыраһың,
Шөһрәтең быуындан-быуынға күсә бара.
14Ҡалҡырһың да Сионға мәрхәмәт күндерерһең,
Сөнки билдәләнгән ваҡыт –
Уға шәфҡәт күрһәтергә мөҙҙәт етте.
15Сөнки Һинең ҡолдарыңа уның таштары ла ғәзиз,
Хатта уның саң-туҙанын да йәлләйҙәр.
16Ҡәүемдәр – Раббының исеменән,
Ер йөҙөндәге бөтә батшалар Уның шөһрәтенән ҡурҡасаҡтар.
17Сөнки Раббы Сионды яңынан ҡорор,
Үҙенең бар шөһрәтендә пәйҙә булыр.
18Ярҙамға мохтаждарҙың доғаһына Ул ҡолаҡ һалыр,
Уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылыр.
19Былар киләсәк быуын өсөн яҙып ҡуйылһын,
Әле тыумағандар Раббыға маҡтау йырлаһын.
20– 21– 22– 23Әсирҙәрҙең ыңғырашыуын ишетер өсөн,
Үлемгә хөкөм ителгәндәрҙе азат итер өсөн,
Халыҡтар һәм батшалыҡтар йыйылып Раббыға ғибәҙәт ҡылғанда,
Раббы исеме Сионда яңғырап торһон өсөн,
Йәрүсәлимдә Уға маҡтау йырланһын өсөн,
Раббы мөҡәддәс юғарылығынан,
Күктән ер йөҙөнә күҙ ташланы.
24Тормош юлымда Раббы хәлемде алды,
Ғүмеремдең көндәрен ҡыҫҡартты.
25Әйттем: «Эй Аллам, ғүмерем уртаһында
Минең йәнемә ҡул һуҙма,
Һинең йылдар быуындан-быуынғаса һуҙыла.
26Ер нигеҙен әүәл-әүәлдәрҙән ҡорҙоң,
Күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.
27Улар бөтөр, Һин мәңге ҡалырһың;
Барыһы ла кейем кеүек туҙыр,
Иҫке көпөләй уларҙы алмаштырырһың.
Шулай итеп улар юҡҡа сығыр.
28Ә Үҙең үҙгәрешһеҙ ҡалырһың,
Ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ.
29Бәндәләреңдең бала-сағаһы йәшәй бирер,
Уларҙың тоҡомдары хозурыңда ныҡ торор».
Copyright information for
BakIBT2023