Psalms 103
1Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!Эй Раббым, Аллам! Һин ниндәй бөйөк,
Дәрәжә менән шөһрәткә сорналғанһың.
2Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең,
Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.
3Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың,
Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең,
Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.
4Елдәрҙе Үҙеңә – илсе,
Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең!
5Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың,
Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең.
6Һин уны, кейемгә төргән һымаҡ,
Төпһөҙ даръя менән ҡаплағанһың,
Хатта тау түбәләрен дә һыуҙар күмгән.
7Дәһшәтле ауазыңдан һыуҙар сигенгән,
Күкрәгәнеңдән ҡурҡып ашыҡҡан.
8Тауҙар өҫтөнән, үҙәндәр буйлап,
Һин уларға тәғәйен иткән ергә аҡҡан.
9Һин билдәләгән сиктән үтмәҫтәр,
Инде ташып донъяны баҫмаҫтар.
10Яландарҙа шишмәләр урғылттың;
Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың.
11Бөтөн кейек-януарҙарҙы һуғаралар;
Ҡырағай ишәктәр һыуһын ҡандыралар.
12Ярҙарында оя ҡора ҡоштар,
Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар.
13Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың,
Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.
14Мал-тыуарҙар өсөн – үлән,
Кешенең ихтыяжына иген үҫтерәһең,
Тупраҡтан ризыҡ алһындар, тиһең.
15Күңелдәрҙе күтәргән шарапты,
Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын,
Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең.
16Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары,
Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.
17Ҡоштар унда ояларын ҡора,
Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.
18Бейек тауҙар – ҡыр кәзәләренә,
Таш ҡаялар – дамандарға ышыҡ.
19Ваҡытты билдәләү өсөн айҙы яратҡан,
Ҡояш та ҡасан байырын белә.
20Төн булһын тип эңер төшөрәһең,
Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.
21Арыҫландар ырылдап ауға йүнәлә,
Алла ебәргән ризыҡты эҙләй.
22Ҡояш ҡалҡҡас, улар кире ҡайта,
Үҙҙәренең өңдәрендә ята.
23Кеше үҙенең эшенә китә,
Ҡара кискә тиклем хеҙмәт итә.
24Йә Раббы, Һинең ижад емешең төрлө-төрлө!
Барыһын аҡыллы яратҡанһың;
Ер йөҙө тулы Һин бар ҡылған менән.
25Бына икһеҙ-сикһеҙ тәрән диңгеҙ,
Унда ҡайнаша һанһыҙ мәхлүктәр,
Эреле-ваҡлы йәнлектәр;
26Унда караптар йөҙәләр,
Һин бар ҡылған Ливъяҫан уйнаҡлап йөрөй.
27Улар һәммәһе лә Һине көтә,
Ваҡытында ашарға бирер, тип өмөт итә.
28Ем бирәһең – туҡланалар,
Усыңды асһаң – рәхәтләнеп туйыналар.
29Йөҙ йәшерһәң, ҡурҡыуға ҡалалар;
Һин һулыштарын алһаң, үләләр,
Йәнә тупраҡҡа ҡайталар.
30Рухыңды ебәргәндә улар бар була,
Ер йөҙөн Һин шулай яңыртаһың.
31Мәңге йәшәһен Раббы шөһрәте!
Һөйөнһөн Раббы ижадының емештәренә!
32Ул ҡараһа, ер тетрәр
Ул ҡағылһа, тауҙар төтәр.
33Раббыма ғүмерем буйы мәҙхиә йырлармын,
Бар сағымда Аллама маҡтау яуҙырырмын.
34Уйҙарым Уның күңеленә хуш килә күрһен,
Раббым – ҡыуанысым булһын!
35Бөтһөн был донъяла гонаһлылар,
Башҡаса булмаһындар залимдар!
Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем!
Раббыны данлағыҙ ▼
▼ Раббыны данлағыҙ – боронғо йәһүд телендә: «Һалелуяһ».
!
Copyright information for
BakIBT2023