‏ Psalms 105

1Раббыны данлағыҙ!

Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
2Раббының ҡөҙрәтле эштәрен кем һөйләп бирә алыр?
Уға лайыҡлы маҡтауҙы кем ишеттерер?
3Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар,
Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!

4Хәтерлә мине лә, Раббы, халҡыңа хуш күңел менән ҡарағанда;
Уларҙы ҡотҡарғанда мине лә ҡайғырт.
5Үҙеңә һайлап алғандарҙың бәхетен күрәйем,
Халҡыңдың һөйөнөсөнә мин дә һөйөнәйем,
Биләмәңдең ҡыуанысын уртаҡлашайым.
6Ата-бабаларыбыҙ кеүек беҙ гонаһ ҡылдыҡ,
Енәйәт эшләнек, яуызлыҡҡа баттыҡ.
7Аталарыбыҙ Мысырҙа саҡта
Ҡылған мөғжизәләреңде аңламаны,
Уның мул тоғро мөхәббәтен онотоп,
Ҡамышлы диңгеҙ янында баш күтәрҙе.
8Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн
Исеме хаҡына йолоп алды.
9Ҡамышлы диңгеҙгә янаны – һыуы ҡороно;
Тәрәнлектән сүл өҫтөндәгеләй алып сыҡты.
10Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандарҙан ҡотҡарҙы,
Дошмандарының ҡулынан йолоп алды.
11Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто,
Береһе лә ҡотола алманы.
12Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар,
Уға маҡтау йырланылар.

13Тик Раббының эштәрен тиҙ оноттолар,
Уның кәңәштәрен көтмәнеләр.
14Улар сүлдә төрлө ризыҡ көҫәнеләр,
Далала Алланы һынанылар.
15Алла уларға теләгәндәрен бирҙе,
Әммә араларына яман сир күндерҙе.

16Улар тупламда Муса менән Һарундан,
Раббының изге ҡаһинынан, көнләштеләр,
17Ер ярылды ла Даҫанды йотто,
Авирамды, уның яҡлыларҙы упты.
18Уларҙың араһына ут төштө,
Залимдарҙы ялҡын ялмап алды.

19Улар Хоревта бер үгеҙ башмаҡ һыны яһанылар,
Шул ҡойолған ботҡа табындылар.
20Үҙҙәренең шөһрәтен – Алланы –
Үлән ейгән үгеҙ һынына алмаштырҙылар.
21Оноттолар үҙҙәрен ҡотҡарыусы Алланы,
Мысырҙа бөйөк хикмәттәр ҡылыусыны;
22Уның Хам ерендәге мөғжизәләрен,
Ҡамышлы диңгеҙендәге дәһшәттәрен.
23Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды,
Әммә Муса – Алла һайлаған зат,
Уның ҡаршыһына баҫып,
Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды.

24Һуңыраҡ улар гүзәл ерҙе кире ҡаҡты,
Алланың вәғәҙәһенә ышанманы.
25Сатырҙарында зарланыштылар,
Раббының әйткәндәрен тыңламанылар.
26Раббы ҡулын күтәреп ант итте –
Сүллектә уларҙы ҡолатырға,
27Тоҡомдарын ҡәүемдәр араһына таратырға,
Төрлө илдәргә сәсергә ниәт тотто.

28Улар Пеғор Бәғеленә табына башланы,
Үлеләргә килтерелгән ҡорбандарҙы ашаны.
29Был ҡылыҡтары Раббының асыуын ҡабартты,
Араларында ҡырғын таралды.
30Әммә Пинхас тороп араға төштө,
Шунда үләттән ҡырылыш туҡтап ҡалды.
31Уның был яҡшылығы тәҡүәлек билдәһе булып,
Быуындан-быуынға мәңге тапшырылыр.

32Мерива һыуҙары буйында йәнә
Улар Раббыны асыуландырҙы;
Шул арҡала Мусаның башына ҡаза килде.
33Улар Мусаның йәнен көйҙөрҙөләр,
Һәм ул уйламай һөйләп ташланы.

34Раббы бойорған халыҡтарҙы юҡ итмәнеләр,
35Ят ҡәүемдәр менән аралашып,
Уларҙың ғәҙәт-ҡылыҡтарын оттолар.
36Уларҙың боттарына табынып,
Тоҙаҡтарына ҡаптылар.
37Үҙҙәренең улдары менән ҡыҙҙарын
Ендәргә ҡорбан иттеләр.
38Ҡәнғән боттарына ҡорбан итеп,
Улдары һәм ҡыҙҙарының
Бер гонаһһыҙға ҡанын түктеләр;
Ҡан менән ерҙе нәжесләнеләр.
39Эштәре менән үҙҙәрен бысраттылар,
Ғәмәлдәре менән аҙғынлыҡҡа баттылар.
40Шунда Раббы Үҙ халҡына асыуланды,
Үҙенең биләмәһенән ерәнә башланы.
41Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы,
Дошмандары уларға хаким булды.
42Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе,
Улар буйһонорға мәжбүр булды.
43Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы,
Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте,
Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде.
44Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте,
Уларҙың хәсрәтен күрҙе.
45Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө,
Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте.
46Мәрхәмәт һеңдерҙе уларҙы әсир иткәндәр күңеленә.

47Ҡотҡар беҙҙе, эй Раббы, Аллабыҙ!
Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен,
Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн,
Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан.

48Раббы, Исраил Аллаһы
Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын!
Барса халыҡ әйтһен: «Амин!»

Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for BakIBT2023