‏ Psalms 107

1Йыр. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә!
Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен,
Мәҙхиәләр йырлармын.
3Уян, лирам, уян арфам,
Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
4Йә Раббы, халыҡтар араһында
Һиңә рәхмәттәр уҡырмын;
Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.
5Тоғро мөхәббәтең күктәрҙән юғары,
Тоғролоғоң болоттарҙан аша.

6Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ,
Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
7Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң,
Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе,
Миңә яуап ҡайтар!

8Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине:
«Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен,
Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.
9Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке;
Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам.
Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым.
10Моав – йыуыныр ялғашым;
Эдомға ҡатамды ырғытырмын,
Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».

11Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер?
Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер?
12Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни?
Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.
13Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә,
Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.
14Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр,
Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар.
Copyright information for BakIBT2023