Psalms 109
1Дауыттың мәҙхиәһе.Раббы минең хакимыма әйтте:
«Мин дошмандарыңды баҫҡыс итеп
Аяҡ аҫтыңа һалғанға тиклем,
Уң яғымда ултыр».
2Раббы һиңә Сиондан ҡөҙрәтле таяғын күндерер:
«Дошмандарың араһында баш булып тор!»
3Көсөңдө күрһәткән көндө
Халҡың ихлас артыңдан эйәрер.
Мөҡәддәс данға бөркәнеп,
Таңдың бәғеренән тыуған ысыҡ кеүек,
Һиңә йәшлегең килер.
4Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ:
«Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге
Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.
5Раббы Хаким – һинең уң яғыңда;
Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр,
6Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр,
Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр,
Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар.
7Юл буйындағы шишмәнән һыу эсерһең;
Көсөң артып, башыңды текә тоторһоң.
Copyright information for
BakIBT2023