‏ Psalms 111

1Раббыны данлағыҙ!

(Алеф, Бейт)

Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан,
Уның бойороҡтарына ҡыуанып буйһонған кеше!
(Гимел, Далеҫ)

2Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр,
Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.
(Һе, Уау)

3Өйөнән муллыҡ-байлыҡ өҙөлмәҫ,
Мәңге тәҡүә булып ҡалыр.

(Зайн, Хеҫ)

4Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла,
Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.
(Теҫ, Йод)

5Яҡшы кеше йомарт һәм бурысҡа бирә,
Һәр эшен ғәҙеллек менән башҡара!
(Каф, Ламед)

6Ул һис ҡасан да ҡаҡшамаҫ,
Тәҡүә әҙәм мәңге онотолмаҫ.
(Мем, Нун)

7Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ,
Бөтә йөрәктән Раббыға өмөт бағлар.
(Самех, Ғайн)

8Йөрәге тотороҡло, һис ҡурҡыу белмәҫ,
Ниһайәт, тиҙҙән дошмандарының еңелгәнен күрер.
(Пе, Саде, Ҡоф)

9Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер;
Изгелеге уның мәңгелек,
Данға күмелеп башын юғары сөйөр.
(Реш, Шин, Тау)

10Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр,
Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер.
Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.
Copyright information for BakIBT2023