Psalms 112
1Раббыны данлағыҙ!Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ,
Раббының исемен данлағыҙ!
2Раббының исеме хәҙер ҙә,
Мәңге лә мөбәрәк булһын!
3Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем
Раббының исеме данланып торһон!
4Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн,
Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.
5Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш?
Ул юғарыла тәхет ҡорған.
6Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай.
7Ул ярлыны тупраҡтан күтәрә,
Хәйерсене сүплектән ҡалҡыта,
8Уға башлыҡтар янында урын бирә,
Халҡының түрәләре менән бергә ултырта.
9Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле,
Бала һөйгән бәхетле әсә итә.
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023