Psalms 113
1Исраил халҡы – Мысырҙан,Яҡуп нәҫеле ят ҡәүем араһынан сыҡҡас,
2Йәһүҙә – Раббының мөҡәддәс ере,
Исраил Раббының биләмәһе булды.
3Диңгеҙ уларҙы күрҙе лә ҡасты,
Иордан кирегә аҡты.
4Тауҙар һарыҡ тәкәләре һымаҡ,
Түбәләр бәрәстәй һикереште.
5Эй диңгеҙ, һиңә ни булды, ниңә ҡастың?
Иордан, нишләп кирегә аҡтың?
6Эй тауҙар, ниңә тәкәләр ише,
Түбәләр бәрәстәй һикереште?
7– 8Эй ер йөҙө, бөйөк Хакимың алдында,
Ҡая ташты күлгә әйләндергән,
Саҡматашты шишмә иткән Раббы,
Яҡуп Аллаһы алдында тетрә.
9Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел,
Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына
Һин Үҙеңдең исемеңде данла!
10Ни өсөн ҡәүемдәргә:
«Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тиергә?
11Беҙҙең Аллабыҙ – күктәрҙә,
Нимә теләй, шуларҙың барыһын ғәмәл ҡыла.
12Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш,
Кеше ҡулы менән яһалған.
13Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр,
Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр;
14Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр,
Танауҙары бар ҙа, еҫ һиҙмәйҙәр;
15Ҡулдары бар ҙа, тоя алмайҙар,
Аяҡтары бар, йөрөй алмайҙар;
Тамаҡтарынан тауыш сыҡмай.
16Кем уларҙы яһаған,
Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла
Шул боттарға оҡшап ҡалыр!
17Эй Исраил, өмөтөңдө бағла Раббыға,
Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!
18Эй Һарун нәҫеле, өмөтөңдө бағла Раббыға,
Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!
19Раббынан ҡурҡҡандар, Раббыға өмөт бағлағыҙ,
Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!
20Раббы беҙҙе онотмай, фатиха бирә,
Исраил халҡын,
Һарун нәҫелен фатихалай.
21Үҙенән ҡурҡҡандарҙың олоһон да, кесеһен дә,
Барыһын да фатихалай.
22Раббы һеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла арттырһын!
23Күкте лә, ерҙе лә бар ҡылған Раббы
Һеҙгә фатихаһын бирһен.
24Раббы күкте Үҙенеке иткән,
Әммә ерҙе кешеләргә биргән.
25Үлектәр, өнһөҙлөк донъяһына төшкәндәр,
Раббыны данламаҫ;
26Беҙ иһә Раббыны хәҙер ҙә,
Мәңге лә данларбыҙ.
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023