Psalms 115
1– 2«Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә,Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә,
Раббыға ышанысым юғалманы.
3Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы
Уға нисек итеп ҡайтарайым?
4Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен,
Раббының исемен ҡабатлармын.
5Раббыға нәҙерҙәремде
Бөтә халҡы алдында үтәрмен.
6Тоғро бәндәләренең йәне
Раббы өсөн ифрат ғәзиз.
7Йә Раббы, Һинең ҡолоңмон;
Мин Һинең ҡолоң, ҡолиәңдең улымын.
Һин минең бығауҙарымды өҙҙөң.
8Шөкөр ҡорбандары килтерермен,
Раббының исемен ҡабатлармын.
9Раббыға нәҙеремде үтәрмен
Уның бөтә халҡы ҡаршыһында,
10Раббы ҡорамы ихатаһында,
Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим!
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023