Psalms 117
1Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле,Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
2Исраил әйтһен:
«Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!»
3Һарундың нәҫеле әйтһен:
«Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!»
4Раббынан ҡурҡҡандар әйтһен:
«Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!»
5Һыҙланғанда Раббыны саҡырҙым;
Ул ишетте, рәхәткә сығарҙы.
6Раббы минең менән, шуға ла ҡурҡмайым;
Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?
7Раббы минең менән, Ул – ярҙамсым,
Дошмандарыма тантана менән бағам.
8Кешегә ышаныуға ҡарағанда,
Раббыға һыйыныу яҡшыраҡ.
9Раббыға һыйыныу
Башлыҡтарға өмөтләнеүҙән яҡшыраҡ.
10Бөтә ҡәүемдәр мине ҡамауға алды,
Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым.
11Һәр тарафтан уратып алдылар,
Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым.
12Бал ҡортолай һырып алдылар ҙа
Сәнскәккә төшкән осҡон һымаҡ һүнделәр;
Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым.
13Йығылһын тип төртөп ебәрҙеләр,
Әммә Раббы мине тотоп ҡалды.
14Раббы – ҡеүәтем, Ул – минең көсөм,
Ул – минең ҡотҡарыусым.
15Тәҡүәләр сатырында
Шатлыҡ менән еңеү ауаздары:
«Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә!
16Юғары Раббының уң ҡулы,
Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә!»
17Мин үлмәйем, эйе, мин йәшәрмен,
Раббының ғәмәлдәрен һөйләрмен.
18Раббы миңә ҡаты яза бирҙе,
Әммә үлеүемә юл ҡуйманы.
19Тәҡүәләрҙең ҡапҡаһын асығыҙ миңә,
Унан инеп Раббыға шөкөрана ҡылырмын.
20Бына Раббының ҡапҡаһы!
Тәҡүәләр шунан инер.
21Шөкөрана ҡылам Һиңә,
Сөнки миңә ҡолаҡ һалдың,
Минең ҡотҡарыусым булдың.
22Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш
Иң мөһим мөйөш ташы булды.
23Был Раббының эше –
Күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл!
24Раббы тарафынан яратылған көн был,
Әйҙә ҡыуанып күңел асайыҡ!
25Ҡотҡар беҙҙе, Раббы, ялбарабыҙ!
Йә Раббы, беҙгә уңыштар күндер!
26Раббы исеме менән килеүсе мөбәрәк булһын!
Раббы йортонан тороп беҙ һеҙҙе фатихалайбыҙ.
27Раббы – Алла, Ул беҙгә яҡтылыҡ биргән.
Байрам ҡорбанын бәйләгеҙ,
Уны ҡорбан усағы мөгөҙөнә илтегеҙ!
28Һин – Алламһың, шөкөрана ҡылам Һиңә,
Һин минең Аллам, Һине ҙурлайым.
29Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
Copyright information for
BakIBT2023