‏ Psalms 119

1Ҡорамға артылыусылар йыры.
Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым,
Ул миңә яуап ҡайтарҙы.
2Раббы, ҡотҡар йәнемде ялған телдәрҙән,
Алдаҡсының ауыҙынан!

3Эй мәкерле тел, һиңә нимә бирелер,
Уның өҫтөнә нимә өҫтәлер?
4Яугирҙең осло уҡтары!
Артыш ағасының утлы ҡуҙы!

5Хәлем ауыр, Мәшәхтә килмешәкмен;
Төйәгем – Ҡыдар сатырҙарында.
6Артыҡ оҙаҡ торҙом
Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында.
7Мин тыныслыҡ яғындамын,
Әммә һөйләйем тип ауыҙ асһам,
Улар һуғыш хаҡында һүҙ башлай.
Copyright information for BakIBT2023