‏ Psalms 120

1Ҡорамға артылыусылар йыры.
Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем,
Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?
2Миңә ярҙам киләсәк Раббынан,
Күк менән ерҙе Бар ҡылыусынан.

3Ул аяҡтарыңа абынырға бирмәҫ,
Һине ҡурсалаусы һәр саҡ уяу.
4Баҡ, Исраилды һаҡлаусы
Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.

5Һинең һаҡлаусың – Раббы,
Ул уң яғыңда, һинең ышығың.
6Көндөҙ ҡояштың һиңә зыяны теймәҫ,
Төндә ай ҙа һиңә зарар итмәҫ.

7Раббы һине яманлыҡтан һаҡлар,
Йәнеңде һәр саҡ ҡурсалар.
8Ингәнеңде лә, сыҡҡаныңды ла
Хәҙер ҙә, мәңге лә һаҡлап торор.
Copyright information for BakIBT2023