Psalms 124
1Ҡорамға артылыусылар йыры.Раббыға өмөтөн бағлағандар
Тетрәмәҫ, мәңге торор Сион тауына оҡшар.
2Тауҙар Йәрүсәлимде нисек уратһа,
Хәҙер ҙә, мәңге лә
Раббы ла халҡын шулай ҡурсалар.
3Залимдың хакимлыҡ таяғы
Тоғроларҙың биләмәһендә оҙаҡҡа ҡалмаҫ,
Юҡһа тәҡүәләр ҡулдарын яман эштәргә һуҙыр.
4Йә Раббы, саф йөрәклеләргә,
Игелеклеләргә игелек ҡыл.
5Әммә ҡыйыш юлға баҫҡандарҙы
Раббы боҙоҡтар менән бергә ҡыуып ебәрер.
Исраилға булһын именлек!
Copyright information for
BakIBT2023