‏ Psalms 125

1Ҡорамға артылыусылар йыры.
Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта,
Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ.
2Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды,
Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде.
Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте:
«Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!»
3Раббы беҙгә бөйөк эштәр ҡылды,
Беҙ һөйөнөп бөтә алманыҡ.

4Негев сүлендә ҡороған үҙәндәрҙе ҡабат һыуға тултырған һымаҡ,
Тотҡондағыларыбыҙҙы кире ҡайтар, Раббы.
5Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр
Шатланышып уңыш урыр;
6Орлоҡ тоғон аҫып илай-илай сәсеүселәр,
Шатлана-шатлана көлтәләр күтәреп ҡайтыр.
Copyright information for BakIBT2023