Psalms 126
1Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры.Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа,
Төҙөүселәр юҡҡа тырыша.
Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа,
Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.
2Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп
Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ.
Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ –
Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.
3Бына Раббының биргән өлөшө – балалар,
Аналыҡтың емеше – Уның бүләге.
4Йәш саҡта тыуған уландар
Яугир ҡулындағы уҡтар һымаҡ.
5Ниндәй бәхетле улар менән һаҙағын тултырған кеше!
Ҡала ҡапҡаһы төбөндә дошман менән сәкәләшкән саҡта
Ул мәсхәрә булып ҡалмаясаҡ.
Copyright information for
BakIBT2023