Psalms 127
1Ҡорамға артылыусылар йыры.Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан,
Уның юлында йөрөгән әҙәм!
2Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың,
Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.
3Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр;
Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.
4Раббынан ҡурҡҡан кеше
Бына ошолай фатихаланыр.
5Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен!
Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең
Бөтөн ғүмерең буйынса!
6Балаларыңдың балаларын күрерһең!
Исраилға булһын именлек!
Copyright information for
BakIBT2023