‏ Psalms 129

1Ҡорамға артылыусылар йыры.
Упҡын төбөнән Һиңә өндәшәм, Раббы!
2Эй бөйөк Хакимым, тауышымды ишет,
Ялбарыуыма диҡҡәт менән ҡолаҡ һал!

3Раббы, ғәйептәрҙе күҙәтеп барһаң,
Кем ҡотолоп ҡалыр, бөйөк Хаким?
4Әммә ярлыҡауың Үҙең менән,
Шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ.

5Раббыға өмөтөмдө бағлайым,
Эйе, күңелем Уға ынтыла,
Уның һүҙенә өмөт бағлайым.
6Ҡарауылсылар таңды көткәндән,
Эйе, таңды көткәндән дә нығыраҡ
Йәнем бөйөк Хакимға ашҡына.

7Исраил, Раббыға өмөт бағла!
Раббы тоғро мөхәббәтен күрһәтә,
Ҡотҡарыу Уның ихтыярында!
8Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән
Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ.
Copyright information for BakIBT2023