Psalms 13
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!»
Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй.
Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
2Раббы күктән әҙәм балаларына күҙ һала:
Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?
3Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған;
Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ,
Исмаһам, берәү ҡалмаған!
4Яуызлыҡ ҡылыусылар –
Халҡымды икмәк урынына ашағандар,
Раббыны саҡырмағандар –
Бер ни ҙә аңламаймы ни?
5Улар оло дәһшәткә төшәсәк,
Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы.
6Һеҙ фәҡирҙең ниәтен бушҡа сығараһығыҙ,
Әммә Раббы уларҙың һыйынысы.
7Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине!
Раббы Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас,
Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер,
Исраил халҡы ҡыуаныр!
Copyright information for
BakIBT2023