Psalms 131
1Ҡорамға артылыусылар йыры.Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты,
Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;
2Нисек уның Раббыға ант иткәнен,
Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә нәҙер әйткәнен.
3Әйткәйне: «Сатырымдың ышығына инмәм,
Түшәгемә ятмам,
4Күҙ ҡабаҡтарымды япмам,
Күҙҙәремә йоҡо бирмәм,
5Раббыға лайыҡлы урын,
Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә торлаҡ тапмайынса».
6Килешеү һандығының Әфраҫала булғанын ишеттек,
Беҙ уны Яғарҙың баҫыуында табып алдыҡ.
7Әйттек: «Әйҙәгеҙ Уның торлағына барайыҡ,
Аяғына йығылып сәждә ҡылайыҡ».
8Сыҡ, Раббы, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа,
Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил.
9Ҡаһиндарың тоғролоҡҡа төрөнһөн,
Тоғроларың кинәнешеп һөйөнһөн.
10Ҡолоң Дауыттың хаҡына,
Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма.
11Ышаныслы антын бирҙе Раббы Дауытҡа,
Вәғәҙәһенән ваз кисмәҫ:
«Үҙеңдең орлоғоңдоң емешен
Һинән һуң тәхеткә ултыртырмын.
12Әгәр балаларың килешеүгә,
Биргән нәсихәттәремә тоғро булһа,
Уларҙың улдары ла мәңгегә
Һинең тәхетеңдә ултырасаҡ».
13Сөнки Раббы Сионды һайланы,
Уны төйәк итергә теләне.
14«Тыныс-имен урыным мәңгегә ошо булыр, – тине. –
Теләнем, ошонда урынлашам.
15Бындағы ризыҡ сикһеҙ бәрәкәткә эйә булыр,
Был ерҙәге фәҡирҙәрҙе туйҙырырмын.
16Ҡаһиндарын еңеүгә төрөндөрөрмөн,
Тоғролары кинәнеп һөйөнөр.
17Ошонда Дауыттың ҡеүәтен үҫтерермен,
Мәсихем өсөн Мин сыраҡ әҙерләрмен.
18Дошмандарын мәсхәрәгә ҡалдырырмын,
Башындағы тажы иһә нурланып балҡып торор».
Copyright information for
BakIBT2023