Psalms 133
1Ҡорамға артылыусылар йыры.Эй һеҙ, Раббының барса ҡолдары,
Раббы ҡорамында төндәрен хеҙмәт иткәндәр,
Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ!
2Ҡулығыҙҙы мөҡәддәс ергә һоноп,
Раббыға ҡылығыҙ шөкөрана!
3Күк менән ерҙе яратҡан Раббы
Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан.
Copyright information for
BakIBT2023