‏ Psalms 135

1Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Ул игелекле,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
2Шөкөр итегеҙ аллалар Аллаһына,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
3Шөкөр итегеҙ хакимдар Хакимына,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.

4Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
5Ул аҡылы менән күктәрҙе яратҡан,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
6Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
7Бөйөк яҡтыртҡыстарҙы яратҡан,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
8Ҡояшты көн менән идара итергә ҡуйған,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
9Төн менән идара итер өсөн
Ай һәм йондоҙҙарҙы ҡуйған,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.

10Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
11Исраил нәҫелен Мысырҙан сығарҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
12Ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
13Ҡамышлы диңгеҙҙе икегә айырҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
14Исраилдарҙы уртаһынан сығарҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
15Фирғәүен менән ғәскәрен диңгеҙгә батырҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
16Халҡын сүллек аша етәкләне,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
17Бөйөк батшаларҙы тар-мар итте,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
18Көслө батшаларҙы ҡырҙы,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
19Әмөри батшаһы Сихонды юҡ итте,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
20Башан батшаһы Ғоғты тар-мар итте,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
21Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
22Ҡоло Исраилға милек итеп бирҙе,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.

23Меҫкен хәлебеҙҙә хәтеренә алды,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
24Дошмандарыбыҙҙан йолоп алды,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
25Барса йән эйәләренә ризыҡ бирә,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.

26Күктәрҙең Аллаһына шөкөр итегеҙ,
Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Copyright information for BakIBT2023