Psalms 137
1Дауыттың мәҙхиәһе.Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм,
Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.
2Мөҡәддәс ҡорамыңа ҡарап сәждә ҡыламын,
Мөхәббәтең һәм тоғролоғоң хаҡына,
Исемеңә шөкөрана әйтәм.
Сөнки биргән вәғәҙәңде
Һин исемеңдән дә өҫтөн ҡуйҙың.
3Саҡырғанымда яуап ҡайтарҙың,
Йәнемә көс биреп, рухландырҙың.
4Бөтә донъя батшалары данлар Һине, Раббы,
Сөнки ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙе ишеттеләр.
5Раббы юлдарына мәҙхиә йырларҙар,
Сөнки Раббының шөһрәте бөйөк.
6Юғарыла Раббы –
Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә,
Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.
7Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың,
Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың,
Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.
8Минең туралағы ниәттәрен
Ғәмәлгә ашырыр Раббы.
Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы,
Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!
Copyright information for
BakIBT2023