Psalms 139
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.2Яман әҙәмдән арала мине, Раббы,
Залим бәндәнән ҡурсала.
3Күңелдәре яуыз ниәт менән тулған,
Һәр көн ҡуптаралар ғауға.
4Телдәре йыландыҡылай зәһәр,
Ҡара йылан ағыуы – ауыҙҙарында. Села
5Һаҡла, Раббы, яуыздар ҡулынан,
Залим бәндәнән ҡурсала;
Улар миңә аяҡ салырға ниәтләй.
6Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо,
Юлымда ауҙарын кирҙе;
Йәтмә һалдылар алдымда. Села
7Раббыға әйттем: «Һин минең Аллам.
Раббы, ялбарыуыма ҡолаҡ һал!»
8Эй Раббы Хаким, Ҡөҙрәт эйәһе, Ҡотҡарыусым,
Алыш көнөндә башымды ҡаплап торҙоң.
9Яуыздарға теләгәнен бирмә, Раббы,
Яман ниәттәрен ғәмәл итмә!
Юҡһа улар эреләнер. Села
10Мине солғап алғандарҙың үҙ башына
Төшһөн ауыҙҙарынан сыҡҡан яман һүҙ.
11Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә!
Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла
Башҡа сыға алмаһындар.
12Яман телле илдә нығына алмаһын,
Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен.
13Беләм, Раббы ярлының хоҡуғын яҡлар,
Фәҡиргә хаҡ хөкөмөн ҡылыр.
14Шулай, тәҡүә бәндәләр исемеңә шөкөр итер,
Намыҫлылар хозурыңда төйәкләнер.
Copyright information for
BakIBT2023