‏ Psalms 140

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә!
Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!
2Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ,
Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын!

3Йә Раббы, ауыҙыма ҡарауылсы ҡуй,
Иренемдең ҡапҡаларына йоҙаҡ һал!
4Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын,
Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға,
Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын.

5Тәҡүә кеше туҡмаһа ла мин ризамын – был мәрхәмәт;
Фашлаһын – инҡар итмәм,
Башыма һөрткән зәйтүн майы был.
Мин ямандарҙың ғәмәлдәренә ҡаршы һәр ваҡыт доға ҡылам.
6Башлыҡтарын ҡаянан ырғытҡан саҡта,
Һүҙҙәремдең хаҡлығын аңларҙар.

7Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ,
Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор.
8Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким,
Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә!
9Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан,
Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.
10Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен,
Мин иһә иҫән-аман уҙырмын.
Copyright information for BakIBT2023