‏ Psalms 143

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Раббы, һыйынған ҡаям, мөбәрәк булһын!
Ул бармаҡтарымды алышҡа,
Ҡулдарымды һуғышҡа өйрәтә.
2Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм,
Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным!
Мин Уға һыйынам;
Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.

3Йә Раббы, нимә инде ул – кеше?
Ә Һин уны ҡайғыртаһың.
Нимә һуң әҙәм балаһы?
Ә Һин уны һанға һуғаһың.
4Әҙәм бит ул бары тик бер һулыш,
Ғүмере – үтеп киткән күләгә һымаҡ.

5Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш!
Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр.
6Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат;
Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.
7Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит,
Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал,
Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.
8Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә,
Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар.

9Аллам, Һиңә яңы йыр йырлармын,
Ун ҡыллы арфала Һиңә уйнармын.
10Һин бит батшаларҙы еңеү ҡаҙандырған;
Ҡолоң Дауытты аяуһыҙ ҡылыстан ҡотҡарған.
11Мине йолоп ал, ҡотҡар яттар ҡулынан.
Ауыҙҙары туҡтауһыҙ ялған сәсә,
Уң ҡулдарын күтәреп ялған ант итә улар.

12Ул сағында улдарыбыҙ йәшлегендә
Күкрәп үҫкән ағас һымаҡ булыр.
Ҡыҙҙарыбыҙ затлы һарайҙарҙың
Семәрле бағанаһылай булыр һомғол.
13Һәр төрлө ашлыҡтан тулып ташыр келәтебеҙ;
Көтөүҙә һарыҡтарыбыҙ
Меңәрләп, унар меңләп түлләр.
14Үгеҙҙәребеҙ беҙҙең һимеҙ булыр,
Диуарҙарыбыҙҙа тишек-ярыҡ булмаҫ,
Кешеләребеҙ әсир китмәҫ,
Урамдарҙа ишетелмәҫ илаш!

15Ниндәй ҡотло ошолай йәшәгән халыҡ!
Аллаһы Раббы булған халыҡ бәхетле!
Copyright information for BakIBT2023