Psalms 145
1Раббыны данлағыҙ!Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!
2Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын,
Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға.
3Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға,
Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
4Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта,
Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.
5Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған,
Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм!
6Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе,
Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан,
Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған,
7Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған,
Астарҙы икмәккә туйындырған.
Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр,
8Һуҡырҙарҙың күҙен асыр,
Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр,
Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.
9Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар,
Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар,
Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.
10Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек,
Быуындан-быуынға Ул хакимлыҡ итер.
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023