Psalms 147
1Эй Йәрүсәлим, Раббыны маҡта!Аллаңа шөкөрана ҡыл, Сион!
2Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта,
Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә.
3Биләмәләреңә именлек килтерә,
Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.
4Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай,
Уның һүҙе ташҡындай йәйелә.
5Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра,
Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
6Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк,
Кем һуң сыҙар Уның һыуығына?
7Ул һүҙен әйтһә, бар нәмә ирей башлай,
Елдәрен ебәрһә, һыуҙар аға.
8Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә;
Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе.
9Башҡа халыҡтарға улай эшләмәне,
Һис кемгә ҡарарын белдермәне.
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023