Psalms 150
1Раббыны данлағыҙ!Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы!
Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә!
2Мөһабәт ғәмәлдәре өсөн данлағыҙ!
Тиңһеҙ бөйөклөгөн данлағыҙ!
3Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны!
Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ!
4Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ!
Ҡыллы уйын ҡоралдарында,
Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!
5Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ!
Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!
6Барса йән эйәләре, Раббыны данлағыҙ!
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023