‏ Psalms 17

1Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры.
2Ул былай тине:Һөйөүем Һиңә, йә Раббым, минең ҡеүәтем!
3Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым;
Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам;
Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!
4Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын,
Дошмандарымдан мин ҡотолормон.

5Сорнап алды мине үлем ғазаптары,
Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
6Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине,
Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары.
7Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым,
Алламдан ярҙам һораным.
Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды,
Зарым Уға барып етте.

8Раббының асыуы ялҡынланды:
Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне,
Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.
9Танау тишектәренән төтөн урғылды,
Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө,
Әйләнәһендә осҡон сәсрәне.
10Аушайтты ла күк ҡабағын, Раббы килеп төштө,
Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
11Ул бер кирубҡа менеп осто,
Ел ҡанаттарында алға елде.
12Ҡараңғылыҡты Үҙенә япма итте,
Ямғырлы ҡара болоттарҙан Үҙенә сатыр ҡорҙо.
13Уның хозурындағы балҡыштан,
Болоттарҙы үтә тишеп,
Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы.
14Күктәрҙә күкрәне Раббы,
Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды,
Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.
15Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы,
Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.
16Йә Раббы, дәһшәтле ауазыңдан,
Танауың бөркөгән һулышыңдан
Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде,
Донъяның нигеҙҙәре асылды.

17Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто;
Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.
18Ҡеүәтле дошмандан азат итте,
Минән күпкә көслө булһалар ҙа,
Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.
19Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне,
Әммә Раббы миңә терәк булды.
20Ул мине иркенлеккә сығарҙы,
Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.

21Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы,
Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.
22Сөнки мин Раббының юлын тотам,
Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.
23Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам,
Ҡанун-ҡағиҙәләрен ситкә типмәнем.
24Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам,
Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым.
25Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе,
Хозурында ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләне.

26Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең,
Камилдар менән камилһың.
27Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға,
Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең.
28Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың,
Тәкәбберҙең башын түбән эйҙерәһең.
29Сырағымды тоҡандырыусы Һин, Раббым!
Аллам минең ҡараңғылығымды яҡтырта.
30Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам,
Аллам менән диуарҙарҙы ашам.

31Алланың юлы камил.
Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф.
Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
32Раббынан башҡа тағы ла алла бармы?
Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ?
33Алла ҡеүәт менән билем быуа,
Ул барыр юлымды камил ҡыла.
34Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә,
Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.
35Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә –
Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала.
36Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә,
Уң ҡулың таяныс булды,
Мәрхәмәтең мине мәртәбәле итә.
37Һин аҙымдарымды киңәйтәһең,
Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.

38Дошмандарымды эҙәрләп ҡыуып еттем,
Тар-мар итмәйенсә боролманым.
39Уларҙы туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар,
Табан аҫтында аунап ҡалдылар.
40Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың,
Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.
41Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң,
Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.
42Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы;
Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы.
43Елдәге туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом,
Урам бысрағы ише уларҙы тапаланым.

44Мине халыҡ фетнәләренән ҡотҡарҙың,
Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп ҡуйҙың,
Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.
45Тауышымды ишетеү менән буйһоналар,
Яттар алдымда яҡшатланалар.
46Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып,
Ҡәлғәләренән сығалар.

47Раббы тере!
Һыйынған ҡаям мөбәрәк булһын!
Мине ҡотҡарыусы Аллам
Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!
48Минең өсөн үс алыусы Аллам
Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,
49Мине дошмандарымдан ҡотҡарған.
Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған,
Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.
50Шуға ят ҡәүемдәр араһында
Һине данлармын, йә Раббым,
Исемеңә мәҙхиә йырлармын.

51Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә,
Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона
Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә.
Copyright information for BakIBT2023