‏ Psalms 18

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй,
Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
3Көн көнгә тапшыра был һүҙҙәрҙе,
Был белемде төн төнгә еткерә.
4Телмәр ҙә юҡ бында, һөйләшеү ҙә,
Уларҙың тауышы ишетелмәй.
5Әммә ауаздары бөтөн донъяға тарала,
Хәбәрҙәре ер сиктәренә олғаша.

Раббы күктә ҡояш өсөн сатыр ҡорған.
6Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ;
Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет.
7Күктең бер осонан сыға,
Икенсе осона барып байый –
Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай.

8Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә;
Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;
9Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә;
Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса;
10Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә;
Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел.
11Улар алтындан, саф алтын тауҙарынан ғәзизерәк;
Улар балдан, кәрәҙҙән тамылйыған балдан, татлыраҡ.
12Мин, ҡолоң Һинең, уларҙан нәсихәт алам,
Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала.

13Кем үҙенең хаталарын белер?
Йәшерендәренән пакла мине.
14Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла,
Улар миңә хаким була алмаһын!
Шул сағында мин камил булырмын,
Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.

15Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр,
Башымдағы уй-ниәттәр,
Һинең күңелеңә хуш булһасы,
Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым!
Copyright information for BakIBT2023