Psalms 2
1Ниңә боларышалар халыҡтар,Булмаҫтайҙы ниәт итә өммәттәр?
2Донъя батшалары ҡуҙғалыша,
Хакимдар берләшә Раббыға һәм
Уның мәсихенә ҡаршы.
3Әйтәләр: «Тышауҙарын өҙәйек,
Бығауҙарын алып ырғытайыҡ!»
4Күк тәхетендә ултырыусы көлә;
Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!
5Унан асыуланып әйтер,
Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр.
6Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма,
Үҙемдең батшамды ултырттым».
7Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм:
Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым,
Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.
8Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе,
Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.
9Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың;
Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».
10Эй батшалар, аҡылға килегеҙ!
Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ!
11Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт,
Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ.
12Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр;
Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ,
Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр.
Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
Copyright information for
BakIBT2023