‏ Psalms 21

1Йырсылар етәксеһенә: «Таң боланы» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Аллам, Аллам, ниңә Һин мине ташланың?
Ник алыҫһың мине ҡотҡарыуҙан,
Иңрәүемде минең ишетеүҙән?
3Аллам, саҡырамын көндөҙҙәрен – яуап ҡайтармайһың.
Төнөн йәнә – тынғылыҡ тапмайым.
4Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең!
Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың.
5Һиңә инанды аталарыбыҙ,
Ышандылар – Һин уларҙы азат ҡылдың.
6Һиңә ялбарып ҡотҡарылдылар,
Ышандылар һәм оятҡа ҡалманылар.

7Әммә мин кеше түгелмен, бер ер ҡорто.
Әҙәм мәсхәрәһе, халыҡ хурлығы.
8Күргән берәү ауыҙын ҡыйшайта,
Мыҫҡыллап баш сайҡай-сайҡай әйтә:
9«Раббыға ышанған икән – Ул ҡотҡарһын,
Әгәр ҙә үҙ күрә икән – ярҙам итһен!»

10Әммә мине аналыҡтан донъяға сығарған,
Әсәм күкрәгендә мине имен һаҡлаған – Һин бит.
11Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым,
Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең.
12Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын,
Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған.

13Дошмандар үгеҙҙәй уратып алған,
Ажарлы Башан үгеҙҙәреләй ҡамалаған.
14Ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫландай,
Миңә ҡарап ауыҙын ыржайтҡан.
15Һыуҙар ғына һымаҡ түгеләмен,
Таралыптар төштө һөйәктәрем;
Балауыҙҙай ирей эс-бауырым.
16Көсөм көршәк ярсығы һымаҡ ҡороно,
Телем аңҡауға йәбеште;
Һин ятҡырҙың мине үлем тупрағына.
17Эттәр мине ҡамаланы,
Яуыздар өйөрө урап алды,
Яраланы аяҡ-ҡулдарымды.
18Һәр һөйәгемде һанарға була.
Дошмандарым тексәйгән, тамаша ҡыла.
19Кейемдәремде үҙ-ара бүлешәләр,
Ябынсам өсөн йәрәбә ырғыталар.

20Йә Раббы, Һин, зинһар, йыраҡлашма,
Ҡөҙрәтем, ярҙамға ашыҡһана!
21Ҡурсаласы мине ҡылыстан,
Бөртөк йәнемде – эттәрҙең тырнағынан!
22Ҡотҡар арыҫландың ауыҙынан,
Ҡырағай үгеҙҙәр мөгөҙөнән.
Зинһар, миңә яуап ҡайтар!
23Исемеңде туғандарыма һөйләрмен,
Изге йыйында Һине данлармын:
24«Эй һеҙ, Раббынан ҡурҡҡандар,
Уны маҡтағыҙ!
Яҡуп тоҡомо, Уны данла!
Тетрән Унан, эй Исраил заты!
25Сөнки Раббы фәҡирҙең хәсрәтенә вайымһыҙ ҡалманы,
Унан екһенеп, йөҙ йәшермәне;
Ярҙам һорап ялбарғанға яуап бирҙе».

26Бөйөк йыйында Һиңә минең маҡтауым!
Һинән ҡурҡҡандар алдында
Нәҙерҙәремде үтәрмен.
27Әйҙә, бар ярлылар ашап туйһын,
Раббыны эҙләгәндәр Уны данлаһын.
Көс һәм ҡаһарманлығығыҙ мәңге дауам итһен.
28Ер йөҙөнөң һәр тарафында ғүмер иткәндәр
Раббыны иҫкә алыр, Уға табан боролор.
Донъялағы барлыҡ ҡәбиләләр
Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр.
29Сөнки батшалыҡ тәхете – Раббыныҡы,
Ҡәүемдәргә Ул хакимлыҡ итә.

30Донъяның бар затлылары ашап туйыр,
Һәм дә Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр.
Тупраҡҡа төшкәндәрҙең һәммәһе –
Үҙҙәрен үлемдән һаҡлай алмағандар –
Уның хозурында теҙ сүгерҙәр.
31Нәҫелдәре Уға хеҙмәт итер,
Киләсәк быуындар бөйөк Хаким хаҡында ишетер,
32Уның хаҡлығы, ғәмәлдәре хаҡында
Тыуасаҡ быуындарға хәбәр итерҙәр.
Copyright information for BakIBT2023