‏ Psalms 23

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә,
Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек.
2Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған,
Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған.

3Кем сыға алыр Раббы тауына?
Мөҡәддәс урынында кем тора алыр?
4Ҡулдары пак, йөрәге саф булған,
Буш-юҡҡа күңел һалмаған,
Ялған ант бирмәгән әҙәм.
5Ул Раббының бәрәкәтен алыр,
Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр.
6Раббыны эҙләгәндәрҙең,
Яҡуп Аллаһының хозурына килгәндәрҙең
Заты бына шундай. Села

7Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар!
Боронғо ишектәр, асылығыҙ!
Шөһрәтле Батша эскә үтһен!
8Кем ул был шөһрәтле Батша?
Ул – көслө, ҡөҙрәтле Раббы,
Алышта ҡеүәтле Раббы.
9Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар!
Боронғо ишектәр, асылығыҙ!
Шөһрәтле Батша эскә үтһен!
10Кем ул был шөһрәтле Батша?
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ул –
Был шөһрәтле Батша! Села
Copyright information for BakIBT2023