Psalms 25
1Дауыттың мәҙхиәһе.Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы,
Сөнки намыҫлы йәшәнем;
Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым.
2Тикшер мине, Раббы, һынап ҡара!
Иретеп паклаған һымаҡ эс-бауырымды таҙала!
3Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда,
Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.
4Алдаҡсы бәндәләр менән ултырманым,
Ике йөҙлөләр менән юлдаш булманым.
5Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам,
Залимдар араһына инмәнем.
6Ғәйепһеҙлегемде раҫлап,
Ҡулымды йыуырмын, Раббы.
Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,
7Яңғыратып шөкөрана ҡылыр,
Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
8Мин яратам, Раббы, торлағыңды,
Шөһрәтең төйәкләнгән урынды.
9Мине гонаһлы бәндәләргә,
Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә.
10Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла,
Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.
11Ә мин намыҫлы йәшәйем,
Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!
12Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты.
Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.
Copyright information for
BakIBT2023