‏ Psalms 28

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Эй илаһи заттар, Раббыға лайыҡ булғанды бирегеҙ –
Раббының ҡөҙрәте менән шөһрәтен танығыҙ!
2Раббы исеменең данын танығыҙ!
Мөҡәддәс балҡышы хозурында
Раббыға сәждә ҡылығыҙ!

3Раббы ауазы һыуҙар өҫтөндә яңғырай,
Күкрәй шөһрәтле Алла.
Раббы даръя һыуҙары өҫтөндә гиҙә.
4Раббы ауазы ҡеүәтле,
Мәғрур Раббының ауазы.
5Ул ауаз кедр ағастарын һындыра;
Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара.
6Ливан тауҙарын башмаҡтай,
Сирйон тауын ҡырағай йәш үгеҙҙәй һикертә.
7Раббының ауазы ут-ялҡын сығара;
8Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы,
Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.
9Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә,
Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра.
Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»
10Раббы даръя һыуҙары өҫтөндәге тәхетендә ултыра,
Ул – мәңгелек Батша, тәхетендә ҡалыр.
11Раббы Үҙ халҡына ҡеүәт бирер,
Ул халҡын именлек биреп фатихалар!
Copyright information for BakIBT2023