‏ Psalms 29

1Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡорамды изгеләндереү тантанаһында башҡарылған йыр.
2Эй Раббы, Һине ҙурлайым!
Мине ҡәбер ауыҙынан тартып алдың,
Дошмандарыма минән көлөргә юл ҡуйманың.
3Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым,
Һин миңә шифа бирҙең.
4Раббым, йәнемде гүрҙән сығарҙың,
Йәшәү бирҙең, ҡәбергә төшөрмәнең.

5Эй Раббының тоғро бәндәләре,
Уға мәҙхиә йырлағыҙ.
Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.
6Уның асыуы – бер мәлгә генә,
Миһырбаны ғүмер буйы ҡалыр.
Кисен күҙ йәшебеҙ аҡһа,
Таң менән бергәләп шатлыҡ тыуыр.

7Именлектә саҡта әйткән инем:
«Инде һис ҡасан да сайҡалмаҫмын!»
8Раббы, мине хуш күргән сағыңда
Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең.
Әммә йөҙөңдө йәшергәс,
Мин йәнә хафаға ҡалдым.
9Йә Раббым, Һине саҡырҙым,
Бөйөк Хакимыма мәрхәмәт һорап ялбарҙым:
10«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным,
Үлем соҡорона әгәр төшһәм?
Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы?
Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?
11Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә;
Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.

12Һыҡтауымды Һин бейеүгә әйләндерҙең,
Хәсрәт кейемемде систерҙең дә
Ҡыуаныс менән сорнаның.
13Күңелем Һиңә һис тынмай дан йырлар.
Эй Раббым Аллам, Һиңә мәңге шөкөрана ҡылырмын.
Copyright information for BakIBT2023