Psalms 30
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.2Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам,
Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге,
Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал!
3Ҡолаҡ һал минең тарафҡа, йәһәтерәк ҡотҡар!
Миңә һыйыныр ҡая бул,
Ныҡлы ҡәлғә бул, йәшенеп ҡотолайым!
4Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин!
Етәклә, исемең хаҡына юл күрһәт миңә.
5Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам,
Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.
6Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам,
Ҡотҡараһың мине, Раббы, тоғро Аллам!
7Мәғәнәһеҙ боттарға табынғандарға нәфрәт тотам,
Мин Раббыға инанамын.
8Мин Һинең тоғро мөхәббәтеңә
Шатланып күңел асырмын;
Сөнки хәсрәтемде күрҙең,
Йән ғазабымды беләһең.
9Мине дошман ҡулына төшөрмәнең,
Иркен ергә сығарып баҫтырҙың.
10Әрнейем, йә Раббы, рәхимле бул,
Ҡайғыларҙан күҙем тондо,
Йәнем дә, тәнем дә ҡороп кипте.
11Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә,
Йылдарым аһ-зар эсендә үтә.
Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап,
Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.
12Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым,
Хатта яҡындарым араһында.
Мине күреп таныштарҙың ҡото оса,
Урамда осрағандар боролоп ҡаса.
13Үлеп, хәтерҙән юйылған бәндә һымаҡ онотолдом,
Ватыҡ бер көршәккә оҡшап ҡалдым.
14Бик күптәрҙең бышылдашҡанын ишетәм:
Һәр яҡтан мине ҡурҡыныс урап алған,
Миңә ҡаршы һүҙ ҡуйышалар,
Йәнемде алыр өсөн мәкер ҡоралар.
15Әммә өмөт-ышанысым Һиндә, Раббым;
«Һин минең Алламһың!» – тип әйтәмен.
16Минең тормошом Һинең ҡулыңда,
Баҫтырған дошмандарҙан арала.
17Йөҙөңдө ҡолоң тарафына бор;
Тоғро мөхәббәтең менән ҡотҡар!
18Оятҡа ҡалдырмаһаңсы, Раббы,
Сөнки Һиңә һығынамын.
Әйҙә яуыздар хурлыҡҡа ҡалһын,
Үлеләр донъяһында өндәре тығылһын.
19Ябылһын ул алдаҡсы ауыҙҙар;
Тәҡүә бәндәгә ҡаршы
Тәкәббер генә маһайып баҡҡан,
Түбәнһетеп һөйләгәндәр телһеҙ ҡалһын.
20Игелегең ни тиклем мул, Раббы!
Уны Үҙеңдән ҡурҡҡандарға һаҡлайһың,
Барыһының күҙ алдында
Яҡшылыҡ ҡылаһың үҙеңә һыйынғандарға.
21Уларҙы кешеләр мәкеренән
Хозурыңда йәшереп тотаһың;
Яман телдәрҙән ҡурсалап,
Ышығыңа һыйындыраһың.
22Раббы мөбәрәк булһын!
Сөнки ҡамауҙа ҡалған ҡалала
Ғәжәйеп тоғро мөхәббәтен күрһәтте.
23Мин хафаға ҡалып әйттем:
«Күҙ алдыңдан ситкә тибәрелдем!»
Әммә Һине ярҙамға саҡырғас,
Ялбарыуымды ишеттең.
24Яратығыҙ Раббыны, барса Уға тоғролар!
Раббы Үҙенә тоғроларҙы ҡурсалар,
Ә тәкәбберҙәргә әжерҙәрен ҡайтарыр.
25Эй һеҙ, кем Раббыға ышаныс бағлаған,
Булығыҙ ҡеүәтле һәм ҡаһарман!
Copyright information for
BakIBT2023