‏ Psalms 31

1Дауыттың уйланыуҙары.
Бәхетлелер кеше, әгәр енәйәте ярлыҡанһа,
Ҡылған гонаһы юйылһа!
2Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле,
Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле!

3Ғәйебемде эсемә йомған сағымда,
Көндәр буйы иңрәүемдән
Ҡоро һөйәк кенә булып ҡалдым.
4Көнөн-төнөн ҡулыңдың ауырлығын тойҙом иңемдә;
Йәйге ҡоролоҡ мәлендәгеләй көйҙөм, бөттө хәлем. Села
5Шунан Һиңә гонаһымды астым,
Ғәйебемде йәшермәнем.
«Яҙыҡ эштәрем хаҡында
Раббыға һөйләйем», – тинем.
Һәм һин гонаһымды ғәфү иттең. Села

6Бына шуға күрә һәр бер тоғро ҡолоң
Бәлә килгән мәлдә Һиңә доға ҡылһын.
Шул ваҡытта һыуҙар ташҡыны
Уға барып етә алмаясаҡ.
7Һыйыныр ышығым Һинһең.
Мине ҡазаларҙан ҡурсалайһың,
Еңеү ҡыуанысына солғайһың. Села

8Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен,
Барыр юлыңды Мин күрһәтермен,
Өгөт-нәсихәтемде бирермен,
Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
9Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ.
Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ
Йүгән менән теҙген мотлаҡ.
10Яуыздарҙың башына күп ғазап килер.
Ә Раббыға өмөт бағлағанды иһә
Уның тоғро мөхәббәте солғап алыр.
11Тәҡүәләр өсөн Раббы ҡыуаныс-шатлыҡ булһын,
Бөтә саф күңеллеләр һөйөнөп тантана итһен!
Copyright information for BakIBT2023