‏ Psalms 32

1Ҡыуанышып йырлағыҙ Раббыға, тәҡүә йәндәр!
Уны данлау бик килешә саф күңеллеләргә.
2Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ,
Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ.
3Уға яңы бер йыр йырлағыҙ,
Шатлыҡ ауаздары яңғыратып,
Оҫта итеп уйнағыҙ.
4Сөнки Раббының һүҙе хаҡ,
Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
5Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата,
Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.

6Күк Раббының һүҙенән бар булған,
Күк есемдәре Уның һулышынан яралған.
7Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған,
Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.
8Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан,
Ер йөҙөндә йәшәгәндәр
Уның алдында ҡалтырап торһон.
9Ул әйткәйне, әйткәне бар булды;
Ул бойорҙо, бойороғо ғәмәлгә ашты.
10Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен,
Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын.
11Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ,
Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр.

12Ниндәй бәхетле Аллаһы Раббы булған ҡәүем,
Раббы Үҙе өсөн һайлап алған халыҡ!

13Раббы күк йөҙөнән ҡараш ташлар,
Әҙәм балаларының һәммәһен күрер.
14Тәхетендә ултырған урындан
Ерҙә йәшәгән һәр кемде күҙләр.
15Ул бит һәммәһенең дә йөрәген бар ҡылған,
Эшләгән бар ғәмәлдәрен аңлап тора.

16Батшаны ишле ғәскәре ҡотҡара алмаҫ,
Баһадирҙы беләк көсө яҡлай алмаҫ.
17Ҡотолоу өсөн ат та ышанысһыҙ,
Ҡеүәтенә өмөт бағлап,
Мөмкин бик ныҡ отолорға.
18Әммә Раббының күҙе – Үҙенән ҡурҡҡандарҙа,
Тоғро мөхәббәтенә ышаныс тотҡандарҙа.
19Уларҙың йәндәрен үлемдән ҡотҡарыр,
Аслыҡ осоронда ғүмерҙәрен һаҡлар.

20Беҙҙең йәнебеҙ Раббыға мохтаж;
Ул – беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ.
21Йөрәгебеҙ тик унда һөйөнөс таба,
Мөҡәддәс исеменә арҡаланабыҙ.
22Өмөтөбөҙ Һиндә булған һымаҡ, Раббы,
Тоғро мөхәббәтең беҙҙә була күрһен!
Copyright information for BakIBT2023