‏ Psalms 34

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән
Һин Үҙең көрәш,
Миңә ҡаршы алышҡандар менән
Һин Үҙең алыш!
2Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның,
Ярҙамға ҡалҡ!
3Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын;
Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!»

4Йәнемә теш ҡайрағандар хур булһын!
Яуыз ниәт йөрөткәндәр,
Оятҡа ҡалып, кире боролһон!
5Елгә осҡан кәбәк кеүек булһындар,
Раббының фәрештәһенән ҡыуылһындар.
6Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын,
Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын!

7Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар;
Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.
8Баштарына көтмәгәндә афәт килһен,
Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын,
Улар шунда һәләкәт тапһын.

9Ә йәнем Раббыла шатлыҡ табыр,
Уның ҡотҡарғанына ҡыуаныр.
10Бөтөн булмышым менән әйтермен:
«Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы?
Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың,
Ярлы менән хәйерсене
Талаусынан ҡотҡараһың!»

11Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла;
Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар.
12Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап ҡайтарҙы,
Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым.
13Ә мин улар сирләп ятҡан саҡта,
Хәсрәтләнеп ҡыл кейемгә төрөнгәйнем.
Үҙемде язалап ураҙа тотҡайным,
Улар өсөн ҡабат-ҡабат доға уҡығайным.
14Уларҙы дуҫым, туғаным һымаҡ яҡын күрҙем.
Әсәһе өсөн йәш түккән кеше һымаҡ,
Бөгөлдөм, башымды һәлендерҙем.
15Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар,
Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар.
Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып,
Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.
16Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр,
Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар.
17Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең?
Йәнемде – улар залимлығынан,
Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар!
18Шул саҡ оло йыйында Һине данлармын,
Күмәк халыҡ алдында маҡтау йырлармын.

19Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр,
Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар,
Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
20Сөнки улар именлек өсөн тырышмай,
Илдәге тыныс кешеләргә ҡаршы мәкер туплай.
21Ауыҙҙарын йәйеп миңә ғәйеп тағалар:
«Ысын! Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек!» – тиеп торалар.

22Йә Раббым, быны Һин күрҙең, өнһөҙ ҡалма!
Эй бөйөк Хакимым, зинһар, Һин минән йыраҡ торма!
23Уянһаңсы, Аллам, яҡлашһаңсы,
Тор, бөйөк Хакимым, дәғүәмде хаҡҡа сығар!
24Ғәҙеллегең менән ҡыл хөкөмөң!
Раббым Аллам, минән көлмәһендәр!
25Әйтмәһендәр эстән генә:
«Әһә, моратыбыҙға ирештек!»
Һөйләмәһендәр: «Башын ашаныҡ!»
26Минең хәсрәтемә ҡыуанғандар
Мәсхәрәгә ҡалып хур булһындар.
Эреләнеп ҡаршыма сыҡҡандар
Оят-яманатҡа солғанһындар.

27Мин хаҡ булып сыҡҡанымды теләүселәр
Һөйөнөшөп Һиңә дан йырлаһын.
Туҡтауһыҙ былай тип ҡабатлаһын:
«Ҡолона именлек биргән Раббы бөйөк!»
28Ә мин ғәҙеллегеңде телдән төшөрмәм,
Көн һайын Һине данлармын.
Copyright information for BakIBT2023