‏ Psalms 35

1Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе.
2Бары гонаһ яуыз әҙәм күңелендә,
Алланан ҡурҡыу юҡ булмышында.
3Ғәйебен таныр, уға нәфрәтләнер урында,
Күҙ алдында яҡшатланыр үҙ-үҙенә.
4Ауыҙынан яуызлыҡ һәм ялған ағыр,
Аҡыллы һәм яҡшы эштән йыраҡ йөрөр.
5Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр,
Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр.

6Мөхәббәтең күктәргә йәйелә,
Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
7Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло,
Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан.
Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың.

8Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла!
Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба.
9Йортоңдоң муллығы менән уларҙы туйындыраһың,
Ләззәт шишмәңдән сарсауҙарын ҡандыраһың.
10Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә,
Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ.

11Һине танығандарға – мөхәббәтеңде,
Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт.
12Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы,
Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы.

13Күрҙем, яҙыҡ эш ҡылыусылар ҡоланы;
Ергә ҡолатылдылар, башҡаса тора алмаҫтар.
Copyright information for BakIBT2023