Psalms 4
1Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.2Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам!
Тарлығымда иркенгә сығарҙың.
Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.
3Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем
Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар?
Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп,
Сабырһығыҙ ялғандың артынан? Села
4Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала.
Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.
5Ҡурҡып-тетрәнегеҙ, гонаһ ҡылмағыҙ,
Төндә ятҡанығыҙҙа уйланығыҙ, тынлыҡ һаҡлағыҙ. Села
6Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ,
Раббыға инанығыҙ.
7«Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп.
Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!
8Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа
Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ
Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.
9Йән тыныслығында ятам да йоҡлайым,
Сөнки, Раббы, бары тик Һин генә
Именлектә мине йәшәтәһең!
Copyright information for
BakIBT2023