Psalms 43
1Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.2Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ,
Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте
Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа
Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.
3Үҙ ҡулдарың менән ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың,
Унда ата-бабаларыбыҙҙы төпләндерҙең;
Халыҡтарҙы ҡырҙың,
Аталарыбыҙҙы сәскә аттырҙың.
4Улар ҡылыстары менән түгел,
Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды.
Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың
Уларға еңеү килтерҙе.
Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең,
Сөнки уларҙы яраттың.
5Эй Аллам, Һин минең батшам,
Бойороҡ бир, Яҡуп заты еңеү ҡаҙанһын!
6Һинең менән бергә дошмандарҙы һөҙөрбөҙ,
Ҡаршыларҙы исемең менән тапап ташларбыҙ.
7Сөнки уҡ-һаҙағыма мин ышанмайым,
Ҡылысым да мине ҡотҡара алмаҫ.
8Был Һин – беҙҙе дошмандарҙан азат ҡылған,
Беҙгә асыу тотҡандарҙы хур иткән.
9Беҙ көнө буйы Аллабыҙ менән маҡтанабыҙ,
Исемеңә мәңге дан йырлайбыҙ. Села
10Тик әле Һин беҙҙе ситкә типтең, түбәнһеттең;
Ғәскәрҙәребеҙ менән яуға сыҡмайһың.
11Дошмандарыбыҙ алдында сигендерҙең,
Беҙҙе күрә алмағандар таланы.
12Беҙҙе һарыҡ һымаҡ тамаҡлаттың,
Ҡәүемдәр араһына сәсеп тараттың.
13Һин Үҙ халҡыңды юҡ ҡына хаҡҡа һаттың;
Уны һатып, ниндәй табыш алдың?
14Беҙҙе күршеләр мәсхәрәһенә ҡалдырҙың,
Әйләнә-тирәбеҙҙә йәшәүселәрҙең
Хурлау һәм мыҫҡыллауына дусар иттең.
15Халыҡтар араһында беҙҙе көлкөгә ҡалдырҙың,
Ҡәүемдәр баш сайҡай беҙгә ҡарап.
16Хурлығым һәр ваҡыт күҙ алдымда,
Йөҙөмдө оят ҡаплаған
17Мыҫҡыллау һәм ғәйбәт ишетеүҙән,
Үс алырға теләгән дошмандан.
18Һине һис ҡасан онотмаһаҡ та,
Килешеүеңә хыянат итмәһәк тә,
Былар барыһы ла башыбыҙға төштө.
19Шулай ҙа күңелебеҙ Һинән ҡайтманы,
Аяҡтарыбыҙ юлыңдан тайпылманы.
20Ә Һин беҙҙе иҙҙең, сүл бүреләре еренә ташланың,
Дөм ҡараңғылыҡҡа олаҡтырҙың беҙҙе.
21Аллабыҙҙың исемен онотҡан булһаҡ,
Ят илаһҡа ҡулыбыҙҙы һонһаҡ,
22Алла быны белмәҫ инеме ни?
Уға мәғлүм йөрәктең бар сере.
23Һинең хаҡыңа һәр көн үлтереләбеҙ,
Салыу һарығы һымаҡ булып ҡалғанбыҙ.
24Уян, нишләп Һин йоҡлайһың, бөйөк Хаким?
Торһаңсы! Мәңгелеккә ваз кисмә беҙҙән!
25Нишләп Һин йөҙөңдө йәшерәһең?
Ғазаптарыбыҙҙы, иҙелеүебеҙҙе онотаһың?
26Йәнебеҙ саң-туҙанға буталды,
Тәнебеҙ тупраҡҡа һылашты.
27Ҡалҡ, ярҙам итһәнә беҙгә!
Тоғро мөхәббәтең хаҡына йолоп ал!
Copyright information for
BakIBT2023